Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Апрель 2018, 14:23

Бәләкәй булһалар ҙа, сәхнәне яулай беләләр

Күптәр яратҡан “Һылыуҡай” бәйгеһендә өлгөргән ҡыҙҙар ғына ҡатнашыуына күнеккәйнек, былтыр район конкурсын ойоштороусылар тамашасыларҙы көтөлмәгән яңылыҡ менән бер аҙ аптыратты. Быйыл сәхнәгә ни бары 10-14 йәшлек ҡыҙҙар сыҡты. Үҙҙәре бәләкәй булһа ла, бәйгенең һынауҙары шул уҡ ҡалды тиһәң, хата булмаҫ. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәстәр көслө тауыштары, дәртле бейеүҙәре, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары менән һоҡландырҙы.

Күптәр яратҡан “Һылыуҡай” бәйгеһендә өлгөргән ҡыҙҙар ғына ҡатнашыуына күнеккәйнек, былтыр район конкурсын ойоштороусылар тамашасыларҙы көтөлмәгән яңылыҡ менән бер аҙ аптыратты. Быйыл сәхнәгә ни бары 10-14 йәшлек ҡыҙҙар сыҡты. Үҙҙәре бәләкәй булһа ла, бәйгенең һынауҙары шул уҡ ҡалды тиһәң, хата булмаҫ. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәстәр көслө тауыштары, дәртле бейеүҙәре, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары менән һоҡландырҙы.
“Район мини-мисы” конкурсының финалына һәләтле, район, республика конкурстары призерҙары, сәхнә йондоҙҙары сыҡты.
Бәйгенең тәүге һынауы – визиткала уҡ конкурсҡа шәп, көслө ҡыҙҙар йыйылғаны билдәле булды. Ҡыҙҙар үҙҙәре, ғаиләһе тураһында конкурсҡа видео презентация әҙерләп килтергәйне. Артабан жюри ағзалары һылыуҙарҙың дизайнға һәләтен һынаны. Бәләкәстәр, ата-әсәләренең ярҙамы менән, матур-матур күлдәктәр эшләгәйне. Берәүҙәр сәхнәгә төрлө ҡалдыҡ материал, полиэтилен тоҡтар, ҡағыҙҙан яһалған күлдәктәр менән сәхнәгә сыҡһа, икенселәр тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирҙе. Ҡыҙҙар тамашасыларҙың иғтибарына шулай уҡ “кэжуал” стилендә, байрам күлдәктәрендә лә дефиле күрһәтте. Улар сәхнәлә, һыуҙағы аҡҡош һымаҡ, йөҙөп кенә йөрөнө, йөҙҙәренән йылмайыу китмәне.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тамашасыларҙы тағы ла көтөлмәгән яңылыҡ менән аптыратты. Бик шәп испан бейеүе – “Ча-ча-ча”нан һуң, киләһе йылға һылыулыҡ тажы өсөн көсөн һынарға сәхнәгә урта йәштәге ҡатындар сығасағын иғлан иттеләр. Был бәйгелә 35-50 йәш арауығындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашасаҡ.
Артабан ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәтте. Улар башҡорт, татар, рус һәм башҡа милли бейеүҙәр менән сығыш яһаны, дәртле йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, хатта вальста ла өйөрөлдө.
“Салауат районы мини-мисы” конкурсының еңеүсеһе тип Яҙғыйорттан Эвелина Исламғазинаны (һүрәттә) иғлан иттеләр. 1-се вице мисс исеменә Роксана Хәмиҙуллина лайыҡ булды. “Һоҡланғыс мисс” – Анастасия Изместьева (Торналы), Дарья Бойко (Малаяҙ), “Мисс илһам” – Наҙгөл Шәмсетдинова, “Мисс һәләт” – Анжелла Ғәйнетдинова (Миәшәгәр), Элиза Исламова (Малаяҙ), “Мисс артист” – Ленария Мөхәмәтйәнова (Әлкә), “Ҡупшы мисс” – Рада Мөхәмәтдинова (Малаяҙ), Алиса Лобова (Малаяҙ), “Уйлап табыусы мисс” – Руфина Моталипова (Ишембай), “Мисс йылмайыу” – Арина Шәрифуллина (Лаҡлы), “Мисс принцесса” – Алина Шәйәхмәтова (Малаяҙ), Аделя Сәмиғуллина (Малаяҙ), “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһы Юлиана Нурмөхәмәтоваға (Әлкә) бирелде. Уларға Маҡтау грамоталары, сәскә гөлләмәләре, аҡсалата приз һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: