Яҙ етеп, тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған илаһи мәлдә йыл һайын районда гүзәллек бәйгеһе уҙғарыла. Быйыл “Салауат районы һылыуы – 2018” исеменә алты ҡыҙ дәғүә итте.
Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе тураһында видеовизитка әҙерләп килтергәйне. Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы булараҡ һылыуҙар визиткаларында ғаиләһе тураһында ла һөйләне. Конкурсанттар төрлө алымдарҙы, шиғри юлдарҙы оҫта файҙаланды.
Кейем күрһәтеү – дефиле конкурстың сағыу биҙәгенә әүерелде. Ҡыҙҙар ҡағыҙ, гәзит-журналдарҙан, полиэтилендан эшләнгән күлдәктәре менән сәхнәлә йөрөп күрһәткәндән һуң, кейемдәренә аңлатма бирҙе. Һылыуҙар тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта һәм матур тормош яҡлы икәнлеген белдерҙе.
Киләһе конкурста ҡыҙҙар үҙҙәренең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтте. Малаяҙ ауылынан Аделина Әхмәтшина, Алиса Вәкилова, Арҡауыл ауылы һылыуы Зөһрә Әхтәрова башҡорт бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирһә, Янғантауҙан Анастасия Почуева тамашасы күңелен заманса бейеү менән яуланы. Юлай ауылынан Гөлгөнә Ғәйнетдинова тамашасыларға башҡортса йыр, ә Торналынан Рида Садиҡова заманса йырын бүләк итте. Сара матур-матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар менән үрелеп барҙы.
Ҡыҙҙар шулай уҡ 70-се йылғы моданы ла күрһәтеп, ретро күлдәк, костюмдарҙа ла сығыш яһаны. Һылыуҙарҙың киске күлдәктәрҙә дефиле ҡуйыуы һоҡланғыс булды. Жюри ағзалары конкурсанттарҙың аш-һыуға оҫталығын да һынаны. Район мәҙәниәт йортоноң фойеһында ойошторолған күргәҙмәлә һылыуҙар тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләгәйне.
Ниһайәт, конкурстың иң тулҡынландырғыс мәле – бүләкләү ваҡыты килеп етте. Гүзәллек бәйгеһенең еңеүсеһе, тип Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Аделина Әхмәтшина иғлан ителде. “Вице-мисс” исеменә 1-се Малаяҙ урта мәктәбенән Алиса Вәкилова лайыҡ булды. “Мисс илһам” – Гөлгөнә Ғәйнетдинова (Әлкә мәктәбе), “Мисс күркәмлек” – Рида Садиҡова (Торналы), “Мисс һәләт” – Зөһрә Әхтәрова һәм “Һоҡланғыс мисс” номинацияһында Анастасия Почуева билдәләнде. Шулай уҡ “Йүрүҙән” гәзите быйыл да үҙ һылыуҡайын һайланы. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә гәзиттең төркөмөндә тауыш биреү ойошторолдо. Интернет конкурста барыһы 758 кеше ҡатнашып, 264-те Аделина Әхмәтшина өсөн тауыш бирҙе. Ул “Йүрүҙән һылыуы – 2018” исеменә лайыҡ булды һәм гәзиттең махсус призы, Дипломы менән билдәләнде. Шулай уҡ ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, һылыуҙарҙың туғандары ҡотлап, уларға сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшырҙы.