Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2018, 11:18

Киләсәккә юл ярыусылар

Районда йыл һайын уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре араһында иң яҡшыларын билдәләү матур йолаға әүерелде.

Районда йыл һайын уҡытыусылар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре араһында иң яҡшыларын билдәләү матур йолаға әүерелде.
Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа үҙ эшенә мөкиббән киткән, ижади ҡарашлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бихисап. Бер нисә көн дауамында барған был бәйге ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Уҡытыусылар дәрестәр күрһәтеп, уларҙы анализланы, эссе әҙерләне һәм дебаттарҙа ҡатнашты. Улар конкурс барышында үҙҙәрен заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләүсе, үҙ эшенең оҫтаһы булырға ынтылыусы, хеҙмәтенә ижади ҡараусы уҡытыусылар булараҡ күрһәтте.
Быйылғы бәйгелә 9 педагог һәм 11 уҡытыусы үҙен һынаны. Педагогтар ҙа конкурста һынатманы. Улар ҙа үҙҙәрен ижади ҡарашлы, фантазияға бай, һәләтле, һөнәрҙәренең оҫталары булараҡ танытты.
Конкурсанттарҙы бүләкләү тантанаһы Янғантау мәктәбендә уҙҙы. Уҡытыусыларҙы һәм педагогтарҙы байрам менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина ҡотлап, уларға Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырҙы. "Йыл педогогы – 2018" конкурсында еңеүсе тип Йыланыш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Брагина иғлан ителде. Алһыу Шәрәфетдинова (Янғантау), Ирина Абдуллина һәм Лилиә Ҡазиханова ( икеһе лә 1-се Малаяҙ балалар баҡсаһынан) финалсы булды. "Ижад һәм уңышҡа ынтылыш" номинацияһында Нелли Бикмөхәмәтова (Лаҡлы), "Педагогик дебют" – Оксана Ханова (Мөрсәлим), "Иң яҡшы музыка етәксеһе" номинацияһында Лилиә Ҡазиханова еңеүсе булды.
"Йыл уҡытыусыһы – 2018" исемен 1-се Малаяҙ урта мәктәбенән Гүзәл Назарова яулаһа, Рәлизә Нәфиҡова (Әлкә), Раушания Нурҡаева (Малаяҙ башҡорт гимназияһы) финалсы булды. "Эшкә яңы ижади ҡараш" – Регина Ғилманова (1-се Малаяҙ мәктәбе), "Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе" – Гөлшат Динисламова (Янғантау), "Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү" – Альбина Ниғәмәтова (Мәсетле), "Йәшлек һәм педагогик перспектива" – Нина Онищенко (Торналы), "Һөнәргә тоғролоҡ" номинацияһында Әлфиә Шакирова (Мөрсәлим) еңеүсе. Конкурста ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән башҡа уҡытыусы, педагогтарға ла Маҡтау грамоталары тапшырылды. Сара концерт номерҙары менән биҙәлде. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы һәм педагогтарҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу, изге һөнәрҙең дәрәжәһен күтәреү ниәтендә ойошторолған бәйге үҙ маҡсатына тулыһынса иреште.
Читайте нас: