Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Март 2018, 10:22

“Көҙәйҙәр бәйгеһе”

9 мартта Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә ат-сана ярыштары үтте

Һабантуй майҙанында үткән байрам сараһында 170-ләп кеше ҡат­нашты. Герой, Гильза, Машка, Казак, Малыш, Гамильтон, Мустанг, Аврора (бөтәһе лә Әлкәнән), Аҡъял (Ҡаратаулы), Ветерок (Че­репан) ҡуша­матлы аттар көн геройҙарына әйләнде.
Эшсе аттар араһында 3600 метр арауыҡҡа йүгереп, Әлкәнән Айҙар Ғәйнет­динов Гильза ҡушаматлы аты менән беренсе урын яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы шулай уҡ Әлкәнән Герой (Шәмсетдинов КФХ-һы, күсере – Йәнтимер Шәрәфетдинов) менән Машка (Камалетдинов шәхси хужалығы, күсере – Батыр Камалетдинов) бүлеште.
Икенсе уҙышҡа юртаҡтар сыҡты. Бында ла бар призлы урындарҙы әлкәләр яуланы: Гамельтон (И. М. Камалетдинов, күсере – Илдар Камалетдинов), Мустанг (А. А. Ғәйнетдинов, күсере – Айрат Ғәйнетдинов), Аврора ( А. Р. Шәмсетдинов, күсере – Зөфәр Сәғәҙиев).
Шулай уҡ аттарҙың ҡамытын, ыңғырсағын, йүгәнен, дуғаһын, дилбегәһен, арҡалығын биҙәүгә лә конкурс ойошторолдо. Бында Камалетдиновтың Гамельтон ҡушаматлы аты 1-се урын яулаһа, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Яңы Ҡаратаулынан Вадим Вәлиевтың Аҡъялы һәм Шәмсетдиновтар менән Нотфуллиндарҙың Аврора һәм Ветерогы алды.
Сараға килеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтөүселәрҙең сыбыртҡы менән эш итеү ярышын ҡараны. Иң оҫталары булып Айрат Ғәйнетдинов, Илфир Камалетдинов, Айрат Шәмсетдинов танылды.
Сара бик күңелле үтте. Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. Ойоштороу комитеты күрһәткән ярҙамдары өсөн бағыусылар, шәхси эшҡыуар Илгиз Ғимаев, КФХ хужалары Артем Пестриков һәм Илмир Солтанов, район Советы депутаты Айрат Нурмөхәмәтов, “Малаяҙ баҙары” МУП-ы директоры Руслан Сафинға ҙур рәхмәт белдерә. “Простор” ЯСЙ-һы директоры Ралиф Хөснөтдинов һәр атҡа берешәр ҡапсыҡ һоло бирҙе.
Сарала шулай уҡ Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хамматов, ветстанция начальнигы, ярыштың баш судьяһы Адик Низамов, урындағы бүлексә етәксеһе Айгиз Әхмәтйәнов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Светлана Васильева ҡатнашты.
Матур көн торошо, күңелле музыка, эҫе сәй – барыһы ла саранан яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яңы Ҡаратаулы ауылының әүҙемдәре: ағинәй Әлфинур Әсмәндейәрова, ауыл депутаты Регина Әхмәтйәнова, ауыл старостаһы Зәки Әхмәтйәнов, Гүзәл Вәлиева, Гөлфинә Әлимиева, Зөһрә Әхмәтйәнова, Франгил Ғәзизов, Илфат Әбдрәшитов һәм Фәнис Шәрәфетдиновтар килгән ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе.
Районыбыҙҙа ат спорты ярыштары киләсәктә популярлашыр һәм киләһе йылда киң күләмлерәк үтер тип ышанайыҡ. Беҙҙең маҡсат – районда Рәсәйҙәге тәүге геопаркты, туристик индустрияны үҫтереү, шуға күрә был тармаҡ та бик мөһим.
Зилә Садиҡова,
ярыштың координаторы.
Читайте нас: