Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Март 2018, 09:36

Кәрәкле һәм абруйлы һөнәр

Йәштәр иретеп йәбештереү буйынса көс һынашты

Бөгөн иретеп йәбештереүсе һөнәре иң кәрәк­леләрҙән һанала. Был һөнәр күп урындарҙа кәрәк, шуға ла хеҙмәт баҙарында ире­теп йәбеш­тереүсе ҙур ихты­яж менән файҙалана.
Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалында “Иретеп йәбештереүсе” һөнәри оҫталыҡ конкурсында студенттар көс һынашты. Был сара эшсе һөнә­ренең абруйын күтәреү, йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо.
Конкурсты асыу тантанаһынан һуң, студенттар “визитка”лары менән сығыш яһаны. Конкурсанттар үҙҙәре менән генә таныштырып ҡалманы, ә һайланған һөнәрҙәренең ыңғай яҡтарын барланы. Көсөргәнешле бәйге ике этапта үтте. Беренсеһендә улар металды эшкәртеү һәм йәбештереүҙә оҫталығын һәм белемен күрһәтһә, икенсеһендә теоретик һорауҙарға яуап бирҙе. Студенттарҙың эшен жюри ағзалары күҙәтте һәм ғәҙел баһа бирҙе.
Ҡорос нервыға, көслө ҡулға һәм үткер күҙгә эйә булыусы оҫталар конкурста һынатманы, һәр береһе еңеүгә ынтылды. 1-се урынға Фидан Абдрахманов, 2-се урынға Марат Бәҙретдинов (икеһе лә – Малаяҙҙан) һәм 3-сө урынға Азамат Исламов (Яңы Балаҡатай) (һүрәттә) лайыҡ булды. Еңеүселәргә бүләктәр, сертификат һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Читайте нас: