Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Февраль 2018, 11:40

Сәхнә түрендә – “Башҡортостан ынйылары”

Район мәҙәниәт йортонда республика балалар фольклор бәйгеһенең төбәк-ара этабы үтте

Район мәҙәниәт йортонда "Баш­ҡор­тостан ын­йы­лары" республика балалар фольклор бәй­геһенең төбәк-ара этабы үтте. Быйыл ул Баш­ҡортостандың 100 йыллығына арналды. Тәрбиәүи әһә­миәткә эйә булған, балаларҙың һәләттәрен асҡан, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙгән конкурста 4 коллектив көс һынашты.
Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив үҙ төбәгенә генә хас булған үҙенсәлекле йолаларҙы, тыуған яғының тарихын өйрәнеп, тулы мәғлүмәтле, мауыҡтырғыс, йыр-моңға, уйындарға бай сығыштар әҙерләгәйне. Иң тәүҙә Балаҡатай районының “Ялҡын” фольклор коллективы сығыш яһап, Яңыбай ауылының тарихы менән таныштырҙы, “Кемдә йөҙөк, Мәүлиха?” уйынын күрһәтте.
Мәсетле районының “Эҙәрмәндәр” фольклор коллективы “Серле шәхес” исемле бай йөкмәткеле сәхнәләштереү әҙерләгәйне. Балалар һуғыш ветераны Вафа Әхмәҙуллиндың әсе яҙмышын оҫта һүрәтләне. Шулай уҡ мәсетлеләр “Шылдыр китте” уйынына тамашасыларҙы ла ҡатнаштырып, уларҙың күңелен асты.
Салауат районының данын был конкурста Малаяҙ башҡорт гимназияһының “Йәншишмә” фольклор коллективы яҡланы. Балалар яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош, ижад юлын һүрәтләп, уның “Киләсәккә юл ярам” көндәлегенән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар ролдәрен шул тиклем оҫта итеп башҡарҙы, билдәле шағирҙың интернатта уҡыған, яңы ғына ижад итә башлаған йылдары күҙ алдына килеп баҫты. Сәхнә күренеше Рәми Ғариповтың шиғырҙары, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ коллектив етәкселәре Фәнүзә Гәрәева һәм Индира Ҡазиханованың сәхнәләштереүҙе “Йәшерәм яулыҡ”, “Кем һуҡты?” уйындары менән бәйләүҙәре, уйындарҙың урынлы булыуы маҡтауға лайыҡ.
Ҡыйғы районының “Аҡйондоҙ” фольклор коллективының сығышы тулҡынландырғыс булды. “Моң ҡалдырҙың тыуған илеңә” сәхнәләштереүе береһен дә вайымһыҙ итмәне. Ауыр һуғыш йылдарын һынландырған, тол ҡатындар, ғәрип һалдаттар бейеүен ҡыйғылар тәьҫирләнеп башҡарҙы, тамашасылар күҙ йәштәрен тыя алманы.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, йолалары, тарихы ни тиклем бай, тәрән булыуын сағылдырыусы конкурста Малаяҙ башҡорт гимназияһы коллективы еңеүсе тип иғлан ителде. 2-се – Мәсетле, 3-сө урынға Балаҡатай районы сыҡты.
Читайте нас: