Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Февраль 2018, 12:10

Шаяртыу аша – юл ҡағиҙәләренә иғтибар

“Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН-ы күрше район командаларын берләштерҙе

Районда “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН уйынының ярым финалы үтте. Юл-транспорт фажи­ғәләрендә балаларҙың йәрә­хәт алыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән конкурста төньяҡ-көнсығыш район­дарының иң шәп, тапҡыр һәм шаян командалары ҡатнашты.
Юл ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исемен яулау өсөн Дыуан, Балаҡатай, Мәсетле, Салауат һәм Ҡыйғы райондары командалары ярышҡа тос, ҡыҙыҡлы шаяртыуҙары, күңелле йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән килгәйне.
Тәүҙә жюри ағзалары уҡыусыларҙың бер-береһен сәләмләүен баһаланы. Һуңынан “Скутер: рәхим итеп шыуығыҙ!” конкурсында һүҙ капитандарға бирелде. Команда лидерҙары был ярышта тулыһынса һәләттәрен асты, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне, фәлсәфәүи уйҙарға бирелде, шиғыр юлдары менән был төр транспорт сараһы тураһында бәйән итте. Конкурстың был этабында Мәсетле районының "Исемһеҙ" командаһы айырылып торҙо.
Музыкаль конкурста командалар йыр-бейеү аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнде, шаяртыу аша ахмаҡ водителдәр, юл ҡағиҙәләрен инҡар иткән йәйәүлеләр һәм башҡа проблемаларҙы күрһәтте, ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа саҡырҙы. Бигерәк тә Ҡыйғы районы уҡыусылары дәртле бейеүҙәре, сағыу, үҙенсәлекле кейемдәре, ҡыҙыҡлы миниатюралары менән тамашасыларҙың күңелен арбаны. Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы инспекторы Линар Зиннуров конкурстың юғары кимәлдә үткәрелеүен белдереп, Салауат районы Хакимиәтенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенә һәм мәғариф бүлегенә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бынан тыш, ул һәр команданы һәм капитандарҙы Диплом менән билдәләп үтте. Салауат районының Янғантау урта мәктәбенең"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүсе" командаһы конкурстың еңеүсеһе булды. "Текә боролма" (Ҡыйғы), "Исемһеҙ" (Мәсетле) командалары 2-се урынды үҙ-ара бүлешһә, “Гудгейн" (Дыуан) командаһы 3-сө урынға сыҡты.
Конкурстың аҙағында Салауат районы йондоҙсоҡтары йырҙары менән тамашасыларҙың күңелен асты. Командалар, көйәрмәндәр тартынып тормай, бергә бейергә төштө. Конкурста урындар билдәләнһә лә, дуҫлыҡ еңде. Был сара күрше район балаларын берләштерҙе, дуҫлаштырҙы, уларҙың һәләттәрен асып, яңы үрҙәргә ҡанат ҡуйҙы.
Читайте нас: