Халыҡ мәнфәғәтендә
2 Октября , 07:44

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
 
2027 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 778,5 мең һум, икенсеһенә 1 028,7 мең һум була (ғаилә беренсе бала өсөн алмаған осраҡта).

Беренсе бала 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған булһа, икенсе балаға өҫтәмә түләү 250,3 мең һумға тиклем арта.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 1 февралдән 30,4 мең һумғаса күтәрелә.

Был турала РФ хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, Башҡортостанда әсәлек капиталы буйынса ғариза дүрт көндә ҡарала.

Элина Әхмәтова
Автор:"Башинформ"