“Беҙҙең ауылда почта эшләмәй. Был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итегеҙ әле”, – тип бер нисә кеше шундай һорау менән республика етәксеһенә мөрәжәғәт итте.
Тура бәйләнеш былтыр декабрҙә үткән булһа, был мәсьәлә 2025 йылдың башында уҡ хәл ителде. 14 ғинуарҙан Мөрсәлим почта бүлексәһе эшләй ҙә башланы. Уға Әлфиә Байрамова етәкселек итә. Бында ике почтальон эшләй: Мәршиҙә Аллаярова һәм Алина Тимакова. Почта элемтәһе бүлексәһе Мөрсәлим ауыл биләмәһенең биш ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.
– Беҙҙең почта бүлексәһе аҙнаһына дүрт көн: дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре эш графигы буйынса 9.00-ҙан 17.00 сәғәткә тиклем эшләй, – тип эше менән таныштырҙы бүлексә начальнигы Әлфиә Фәтҡулла ҡыҙы. – Ауыл ҙур булғас, халыҡ күп килә. Беҙ төрлө почта хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ. Матбуғат баҫмаларына яҙҙырабыҙ, коммуналь хеҙмәттәр буйынса түләүҙәр ҡабул итәбеҙ, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары, лотерея билеттары, сим-карталар һатабыҙ, автомобиль хужаларына страховка полистары рәсмиләштерәбеҙ, посылкалар һәм башҡаһын ебәрәбеҙ. Хәҙер беҙҙә билдәле ике маркетплейстың пункттары ла асылды, шуға күрә тауарҙар ҙа бирәбеҙ. Ауылда почта кәрәк, урындағы халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт.
Әйтергә кәрәк, Мөрсәлим ауылы халыҡ һаны һәм ҙурлығы буйынса районда икенсе урынды биләй. Шуға ла бында почта бүлексәһенең эшләүе бик мөһим мәсьәлә булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Тура бәйләнешенән һуң был сетерекле мәсьәләнең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ыңғай хәл ителеүе ҡыуаныслы ваҡиға.
Бөгөн Салауат районында, кадрҙар булмау сәбәпле, Арҡауыл, Мәсетле, Торналы, Янғантау почта бүлексәләре бикле тора. Арҡауыл ауылы халҡын аҙнаһына бер Таймый почта бүлексәһе етәксеһе килеп хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа ла киләсәктә почта эшләй башлар, тип ышанабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 ноябрҙә 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтә. Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru; чат-боттар аша (MAX, Телеграм мессенджерҙары, “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәре); “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ” сервисында. Видеоһорауҙар 10 ноябргә 19.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Һүрәттә: Мөрсәлим почта бүлексәһе начальнигы Әлфиә Байрамова һәм почтальон Мәршиҙә Аллаярова.