Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
18 Июль 2025, 17:54

Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы

18 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех Дәүләт Корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” (“ОДК-УМПО”) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе ҡуртым йортон асыу тантанаһында ҡатнашты.

Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы
Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы

Сара предприятиеның 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Тантанала шулай уҡ Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының” генераль директоры Александр Грачев, Ростех Дәүләт корпорацияһының “Радиоэлектрон технологиялар” концернының генераль директоры Александр Пан, Ростех Дәүләт корпорацияһының “Рособоронэкспорт” компанияһының генераль директоры Александр Михеев ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һәм “ДОМ.РФ” компанияһы предприятиела эшләгән осорҙа ситтән килгән хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына торлаҡ биреү өсөн күп фатирлы йортто ҡуртымға алыу тураһында алдан килешеү төҙөнө. ПСК-6 төҙөүсе ойошмаһы билдәләнгән ваҡытта Инорс биҫтәһендә Лесунов урамында 400 фатирлыҡ 27 ҡатлы ике подъездлы йорт төҙөнө. Ихатала уйын комплекстары менән балалар майҙансығы ҡуйылған. Подъездарҙың ишек алды пандустар менән йыһазландырылған.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең юғары социаль яуаплылығын билдәләне.

– Был Башҡортостанда беренсе ҡуртым йорто. Унда ысын хеҙмәтсәндәр йәшәйәсәк. Ростех Дәүләт корпорацияһына хеҙмәткәрҙәр тураһында ошондай хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерәм. Үҙ сиратында республика һәр ваҡыт предприятиеға, шул иҫәптән ошондай социаль проекттарға ярҙам итергә әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Был йортта йәшәүселәргә ғаиләләрҙә тыныслыҡ, күберәк балалар һәм хеҙмәттә уңыштар теләйем. Өфө хакимиәте менән бергә ҡаланың был биҫтәһен артабан да үҫтерәсәкбеҙ, кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ.

Ростех Дәүләт корпорацияһының генераль директоры берләшмә хеҙмәткәрҙәрен мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм корпоратив торлаҡ программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе.

– Проект бик ҡыҙыҡлы. Корпорацияла ошондай тәжрибә бар - яр Саллыла “КамАЗ” хеҙмәткәрҙәре өсөн тәүге ҡуртым йортон төҙөнөк, – тип билдәләне Сергей Чемезов. – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – Ростех составына ингән иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Берләшмәлә 26 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Беҙҙең иң ҙур эш биреүселәрҙең береһе булараҡ, бурысыбыҙ – уларҙы лайыҡлы һәм ҡыҙыҡлы эш, шулай уҡ социаль ярҙам саралары, уңайлы торлаҡ шарттары менән тәьмин итеү. Ростех был йүнәлештә артабан да эшләргә әҙер. 2024 йылда Дәүләт корпорацияһының социаль характерҙағы сығымдары торлаҡ, туҡланыу, ял һәм медицина ярҙамына 23 миллиард һумдан ашып китте. Быйыл улар 30 миллиард һумға тиклем артасаҡ.

Радий Хәбиров, Сергей Чемезов һәм Анатолий Сердюков тәүге өй туйлаусыларға асҡыстар тапшырҙы. Шулар иҫәбендә Азат һәм Татьяна Ҡондоҙбаевтарҙың күп балалы ғаиләһе лә бар. Улар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы станоктар һәм манипуляторҙар көйләүсе булып эшләй. Хәҙер улар өс бүлмәле иркен фатирҙа йәшәйәсәк.

Фото: glavarb.ru 

Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы
Радий Хәбиров һәм Сергей Чемезов Өфөлә фатир асҡыстары тапшырҙы
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас