Мәҡәлә
В Башкирии стали известны новые подробности о семье погибших в пожаре детейВ крупных реках Башкирии выросли уровни водыВ Агидели состоялось заседание семейного Клуба выходного дня "Отдыхай-ка!"Студенты колледжа готовятся защитить честь республики на российском этапе Благодаря нацпроекту в Толбазинскую больницу поступили три новых УЗИ-аппаратаЛаборатория БГПУ представит гуманитарный научный блок в Межвузовском кампусеЛукашенко вернулся в Минск из Москвы после переговоров с ПутинымПять детей и мужчина погибли при пожаре в БашкирииБашҡортостанда ташҡынға әҙерлекПродолжается прием заявок на конкурс "Центры новых возможностей – 2025"Семья из Уфы составила летопись рода и готовит проект о героях войныСалауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бараРегиональным сервисным уполномоченным Башкирии стала Альбина КасимхановаВ Башкирии в 2024 году «Молочную кухну» бесплатно получили 27,9 т. льготниковВ Татышлинском районе организовали акцию «Единый день ВПР для родителей»В Белокатайском районе успешно реализуется проект по производству крем-медаВ Башкортостане приступили к ремонту моста через реку Белую в Дюртюлинском район"Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһына ир-егеттәр йәлеп ителәсәкРадий Хабиров вручил государственные награды участникам СВО из Башкортостана
Бөтә яңылыҡтар
10

Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара

Һуңғы йылдарҙа районда мәҙәниәт йорто, ике балалар баҡсаһы, бер белем биреү комплексы сафҡа индерелде, ә Малаяҙ ауылында бассейнлы Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә 

Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара
Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара

Башҡортостан күләмле социаль һәм инфраструктура объекттары төҙөй. 2024 йылда республикала 19 социаль объект файҙаланыуға тапшырылды.

Салауат районында ла һуңғы йылдарҙа социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара. 2020 йылда Мөрсәлим ауылында 200 кешелек тамаша залы, иркен сәхнәһе, китапханаһы менән өр-яңы Мәҙәниәт йорто асылды. Шул уҡ йылды Малаяҙ ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа инде. 2021 йылдың көҙөнә Лаҡлы ауылында 80 уҡыусыға мәктәп һәм 40 урынға балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған заманса белем биреү комплексы төҙөлөшө тамамланды. 2022 йылдың аҙағында Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Яңы социаль объекттар “Мәҙәниәт” һәм “Демография” милли проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө.

2023 йылда Малаяҙ ауылында бассейнлы Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы. Яңы спорт объекты район үҙәгенең элекке стадионы урынында ҡалҡып сыҡты.

Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, төҙөлөш, йәшәйеш тәьминәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Айрат ҒИЛМЕТДИНОВ:

– Физкультура-һауыҡтырыу комплексында дүрт йөҙөү юлы менән бассейн, спорт-уйын, көрәш залдары, футбол майҙаны һәм пляж волейболы өсөн майҙансыҡ ҡаралған. Объектты 2026 йылға тапшырыу планлаштырыла, был төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы артыуы менән бәйле.

Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Наил МӨХӘМӘТЙӘНОВ хәбәр итеүенсә, Салауат районында спорт әүҙем үҫешә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Салауат районы БР-ҙың 32-се ауыл спорт уйындарында Башҡортостанда – 2-се, 24 мең кешегә тиклем халыҡ йәшәгән 1-се төркөмдә – 2-се һәм төньяҡ-көнсығыш буйынса 1-се урын алды. Район, зона һәм республика кимәлендә 100-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелгән. Былтыр 245 разрядлы спортсы, 3 спорт мастерлығына кандидат әҙерләнгән. Шуға ла беҙҙә бындай объекттың төҙөлөүе бик мөһим. Бассейнлы ФОК Салауат районында спортты үҫтереүгә, граждандарҙы күпселеген сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ.   

Республиканың төҙөлөш өлкәһе ышаныслы һәм тотороҡло үҫешә. Тармаҡтың төп бурысы – граждандар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу. Яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим йүнәлешкә әйләнә, бигерәк тә “Йәшәү өсөн инфраструктура” проекты әһәмиәтле. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” кеүек элекке программаларҙың төп элементтарын берләштерә һәм төбәк өсөн амбициоз маҡсаттар ҡуя.

Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара
Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара
Салауат районында социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: