Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров башланғысы менән, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы район-ҡалаларҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
"Тура бәйләнеш" ваҡытында республика Башлығы биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн күркәмләндереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлде. Радий Хәбиров йәмәғәт киңлектәре матур, хәүефһеҙ булырға һәм кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итергә тейеш, тип билдәләне.
"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһына ярашлы, быйыл Малаяҙ ауылында Коммунистик урамы ла төҙөкләндерелде. “Салауат” кафеһынан алып мәсетте уҙғансы тротуар яңыртылды, хәүефһеҙ кәртәләр, эскәмйәләр, фонарҙар, сүп һауыттары ҡуйылды, ғөмүмән, халыҡҡа уңайлы ял зонаһы эшләнде.
Зилә САДИҠОВА, Салауат Юлаев музейы мөдире, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе:
– Ауыл-ҡалаларҙы матурлау һәм халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса һуңғы йылдарҙа бик күп эштәр башҡарыла. Сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Был үҙ эсенә – төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни сараларҙы индерә.
Был проект сиктәрендә быйыл район үҙәгендә Коммунистик урамы төҙөкләндерелде. Эшкә киткән, ҡайтҡан халыҡ өсөн бик уңайлы булды был тротуар, шулай уҡ йәйен бала-сағаға велосипедта йөрөү өсөн дә урын майҙансыҡ ҡаралған, өлкән йәштәгеләргә, йәштәргә лә ултырып ял итеп алыр өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылған, фонарҙар янып тороуы ла үҙе бер кинәнес. Халыҡҡа уның ҡәҙерен белеп файҙаланырға ғына ҡала.