Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
5 Сентябрь , 09:57

Тәкәйҙә төҙөкләндереү дауам итә

Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы асылыуға бер-нисә ай үтеүгә ҡарамаҫтан, унда төҙөкләндереү эштәре, шулай уҡ Әлкә-Тәкәй автомобиль юлын төҙөү һәм реконструкциялау дауам итә.

Тәкәйҙә төҙөкләндереү дауам итә
Тәкәйҙә төҙөкләндереү дауам итә

Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы асылыуға бер-нисә ай үтеүгә ҡарамаҫтан, унда төҙөкләндереү эштәре, шулай уҡ Әлкә-Тәкәй автомобиль юлын төҙөү һәм реконструкциялау дауам итә. 3766 метр оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау эштәрен “Дортрансстрой” компанияһы башҡара. Был юлды төҙөү һәм реконструкциялау республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Сөнки йыл һайын был тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә һәм парк асылыу менән уларҙың һаны, туризм министрлығы пландары буйынса, бер нисә тапҡырға артты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та юл төҙөү кәрәклеген билдәләгәйне.
- Кешеләр бында үҙҙәре килә. Бында, асылда, тик урыны ғына ҡалған. Бында ҡаҙыныуҙар булған, билдәле бер артефакттар табылған. Профессор Мәжитов та ошо эш менән шөғөлләнгән. Беҙҙең бурыс ниндәй? Эксперттарҙың баһалауынса, бында йыл һайын 15-17 мең кеше килә. Шуға күрә беҙгә бында юл һалырға һәм, әлбиттә, Салауат Юлаевтың тормош этаптары менән бәйле объекттар төҙөргә кәрәк, - тип билдәләгәйне Радий Фәрит улы.
Парк асылғанаға тиклем “Дортрансстрой” компанияһы Әлкә-Тәкәй автомобиль юлына асфальт түшәне. Әле улар яңы барьерлы ҡойма эшләй, термопластиктан сағыу юл билдәләрен урынлаштыра. Унда шулай тышҡы электр селтәрҙәре һәм элемтә линиялары ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы динамғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән. Туристик хеҙмәттәрҙең һәм инфраструктураның сифатын күтәреү түләүгә һәләтле ихтыяжды йәлеп итергә мөмкинлек бирә, был төбәккә аҡса массаһы ағымын арттыра.
Фәрүәз ҒӘЛИУЛЛИН, “Янғантау” геопаркы геогиды:
- Беҙҙең республика етәксеһе ҙур күләмдә аҡса бүлеп, беҙгә ошондай тарихи парк-музей, асфальтлы юл бүләк итте. Бер ай эсендә генә Салауаттың тыуған ауылына 30 мең кеше килде. Был халыҡ ҡыҙыҡһына тигән һүҙ. Артабан килеүселәр һаны артыр, тип уйлайым. Беҙ ошондай парк һәм сифатлы, төҙөк юл булдырыусыларға рәхмәтлебеҙ.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: