Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә республикала 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезд яңыртылды. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде. Ремонт эштәре республика һәм муниципаль бюджет саралары иҫәбенә алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаһын һалмай. Программаның төп маҡсаты – халыҡҡа, был осраҡта, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттар булдырыу.
“Мин һәр саҡ кешенең кәйефе нисек формалашыуын әйтәм. Ул иртән тороп, бысраҡ подъезға сығып, тубыҡтан батҡаҡҡа баҫа – барыһы ла аңлашыла, кәйефе боҙола. Ул стеналары сәскәләр менән биҙәлгән, яҡшы яҡтыртылған подъезға сыға – был икенсе эш. Беҙгә уңайлы мөхит тип аталған төшөнсә булдырырға кәрәк”, – тип белдергәйне республика етәксеһе ошо программаға старт бирер алдынан.
Салауат районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Айрат Ғилметдинов белдереүенсә, районда күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау эштәре 2019–2020 йылдарҙа башҡарылды. Был программа сиктәрендә Малаяҙ ауылының Коммунистик һәм Мәктәп урамдарындағы алты йорттоң – 11 подъезы, Мөрсәлимдең Коммунистик урамындағы бер йорттоң 3 подъезы эшләнде. Тышҡа кодлы йоҙаҡ менән яңы тимер ишектәр, тамбурға быялалы пластик ишектәр ҡуйылды, подъезд тәҙрәләре алмаштырылды, аҫҡы ҡатта баҫҡыс майҙансығы иҙәненә керамик плиткалар йәбештерелде, стеналары тигеҙләп һыланып, улар матур сағыу төҫтәргә буятылды. Подъездарға энергияны һаҡлаусы яҡтылыҡ ҡорамалдары ҡуйылды, электр үткәргестәре эшләнде, тамбурға яңы почта йәшниктәре эленде.
Айбирҙе НӘБИУЛЛИН, Салауат районының “Чернобыль” союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
– Малаяҙ ауылының был күп фатирлы йортонда 1979 йылдан бирле йәшәйбеҙ. Ун йыл элек ундағы коммуникацияларҙы алмаштырыуҙарын һанамағанда, быға тиклем ремонт эшләнгәне булманы. Үҙебеҙ, ошо йортта йәшәүселәр, подъезды буятып, ағартып торҙоҡ. Подъезд ишеге элек ағастан булды, ныҡлап ябылмай ине, ҡышҡы һауыҡтарҙа хатта ағас иҙән аҫтындағы һыу торбалары туңа торғайны, уны нисәмә тапҡыр йылытып иреткән дә булды. Бына биш йыл инде был проблема менән интекмәйбеҙ.
Беҙҙең йорттоң подъезына 2019 йылда ремонт эшләнде. Үҙебеҙҙең өйҙөң башлығы булараҡ, башҡа фатир хужаларының тәҡдимдәрен, ҡултамғаларын йыйып, башҡарыласаҡ эштәрҙең исемлеген төҙөп бирҙем. Бик матур итеп эшләп ҡуйҙылар. Ремонттан һуң подъезыбыҙға йәм кереп ҡалды, хатта ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа һоҡлана. Ысынлап та, тәртип ишек алдынан булырға тейеш, подъездарҙың төҙөк һәм матур булыуы кешенең кәйефенә тәьҫир итә. Республика етәкселегенең шундай мөһим мәсьәләгә иғтибар биреүенә ҡыуанабыҙ. Беҙгә хәҙер булғанды ҡәҙерләп, һаҡлап, ҡарап, тәртиптә тоторға ғына кәрәк.