Башҡортостан Башлығы быны республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарының береһе тип билдәләне.
“Мин, әгәр беҙ ихатаға инһәк, барыһын да тәртипкә килтерергә кәрәк, тигән фекерҙе яҡлайым. Шунда уҡ подъездарҙы эшләргә, ҡыйыҡты, фасадтарҙы тәртипкә килтерергә”. "Башҡорт ихаталары” – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Мөмкин – тиклем йорт яны биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышасаҡбыҙ”.
Салауат районында “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса Янғантау һәм Мөрсәлим ауылдарында яңы балалар майҙансыҡтары төҙөлдө.
– Балалар майҙансығы ауылдың күп фатирлы йорттары эргәһенә биҙәк булды. Ул балалар өсөн төрлө уйын ҡорамалдары: бәүелсәктәр, таусыҡ, карусель, ҡаршылыҡтар лабиринты, тренажерҙар менән йыһазландырылған. Майҙансыҡта ял итеү өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Ғөмүмән әйткәндә, элек буш торған ихатала ауыл балалары һәм үҫмерҙәренә бик файҙалы һәм уңайлы урын булдырылды. “Башҡорт ихатаһы” – яҡшы программа, – ти Янғантау балалар баҡсаһы мөдире Алиса Кәбирова.
– Яңыраҡ Өфөнән бында күсеп ҡайтҡайныҡ. Ауыл ерендә ҡалалағыса шарттар булдырылыуына ҡыуандыҡ. Балаларыбыҙ рәхәтләнеп шунда уйнай. Иң мөһиме, балалар майҙансығы кескәйҙәр өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп эшләнгән, – ти өс бала әсәһе Лидиә Ғиниәтуллина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда "Башҡорт ихаталары" ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Проекттың маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрендә граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Программаның биш йылында 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелгән. Уны тормошҡа ашырыуға финанс сараларының күбеһе республика бюджетынан бүленә. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында коллектив ҡабул ителә. Программа үҙ эсенә балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковкаларҙы төҙөкләндереүҙе һәм башҡа эштәрҙе ала. Эш сифаты белгестәр тарафынан контролдә тотола һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә ала.
Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы быйыл да дауам итә. 2024 йылда 143 ихата төҙөкләндереләсәк.