Малаяҙ почта бүлексәһендә 13 кеше эшләй. Райондың ҡайһы бер почта бүлексәләре ябылыу сәбәпле, улар бөгөн Янғантау, Торналы һәм Мәсетле ауыл биләмәләрен дә үҙ ҡарамағына алған. Хаттар, посылкалар ебәреү-ҡабул итеү, төрлө түләү операциялары башҡарыу, гәзит-журналдарға яҙҙырыу, уларҙы таратыу һәм башҡа шундай халыҡҡа кәрәкле хеҙмәттәр башҡаралар.
– Беҙ Малаяҙ, Ҡалмаҡтар, Яңы Ҡаратаулы, Татар Малаяҙы, Гусевка, Бычковка, Покровка ауылдарын хеҙмәтләндерә инек. Хәҙер инде Янғантау, Сулпан, Комсомол, Илтәй, Мөсәт, Урҙалы, Торналы, Әй, Елгилде, Мәсетле, Ахун һәм Көҫәпәй ауылдары ла өҫтәлде. Почтальондар менән бергә бөтәһе 20 хеҙмәткәр эшләйбеҙ, – ти Малаяҙ почта бүлексәһе начальнигы Гөлназ Әминева.
Бында тәжрибәле белгестәр эшләй. Гөлназ Мөхәмәтзаһир ҡыҙы почта системаһында 20 йыл хеҙмәт итә. БР Федераль почта элемтәһе идаралығы Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Идаралыҡтың “Почет таҡтаһына индереү тураһында” таныҡлығына эйә.
Бүлексә операторы Айгөл Зәғәфүрән ҡыҙы Юдина 28 йыл почта элемтәһендә эшләй. Ул оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн "Почта элемтәһе мастеры" миҙалына лайыҡ булған. Гусевка, Бычковка, Покровка ауылдары почтальоны Мария Васильевна Долгованы ла етәкселек һәр ваҡыт маҡтай.
Әйткәндәй, Малаяҙ почта элемтә бүлексәһе бинаһы былтыр федераль программа буйынса төҙөкләндерелде. Модернизацияланған бүлексәгә яңы тәҙрәләр, кондиционерҙар ҡуйылды, яҡтыртыу, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары алмаштырылды. Хеҙмәткәрҙәргә, клиенттарға уңайлы шарттар булдырылды, өҫтәмә хеҙмәттәр индерелде. Хәҙер бында дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәп яҙмаһын раҫларға йәки тергеҙергә, тән температураһын, ҡан баҫымын һәм кислород кимәлен үлсәргә лә мөмкин.
Был айҙың икенсе йәкшәмбеһе, 14 июлдә, Рәсәй почтаһы көнө үтә. 2024 йылда почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын утыҙынсы тапҡыр билдәләй.
Һүрәттә: оператор Айгөл Юдина, бүлексә начальнигы Гөлназ Әминева һәм уның урынбаҫары Ирина Исламова.