Отоларинголог Луиза Заһитова "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашып, Малаяҙ үҙәк дауаханаһында эшләп йөрөүсе тәжрибәле табиптарҙың береһе. Ул дауаханала I квалификация категориялы шәфҡәт туташы Тамара Сиразетдинова менән сирлеләрҙе ҡабул итә.
Луиза Данис ҡыҙы Малаяҙ ауылында тыуған. БДМУ-ның педиатрия факультетын тамамлай. Ул халыҡты ҡабул итеүҙән тыш, шулай уҡ тонзиллэктомия, аденоидэктомия, ринопластика, танау һөйәктәренең репозицияһы кеүек планлы операциялар үткәрә.
Әйткәндәй, "Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" программаларын ғәмәлгә ашырыу ваҡыты 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Программа сиктәрендә табиптарға - 1-2 миллион һум, урта медицина персоналына иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә.