Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында ҡабул ителде.
«1 июндән 7-10 йәшлек балаларға айына 700 һум, ә өлкәнерәктәренә 1000 һум бирелә. Әлбиттә, был аҡсаны улар тәрбиәселәр ярҙамында тотонорға тейеш. Кемдер үҙенең бәләкәй генә хыялына, кемдер һеңлеһенә шоколадҡа, ҡыҙыҡайға сәскәләргә аҡса йыя башлар», — тине министр.
Яңы закон финанс грамоталылығын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтергә кәрәк.