Көнсығыш сығыу юлы 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль тоннеленән, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоҡтағы эстакадалы күперҙән һәм 10 километрлыҡ автомобиль юлынан тора. Дөйөм оҙонлоғо – 13,9 саҡрым.
«Республикабыҙ, баш ҡалабыҙ, барыбыҙ өсөн дә бөгөн - үҙенсәлекле көн, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Тотош республика менән төҙөгән иң оҙайлы объекттарҙың береһен сафҡа индерәбеҙ.
Бөгөн ошо ваҡиғала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Тәү сиратта алыҫ 90-сы йылдарҙа әлеге объектты төҙөй башларға ҡарар иткән етәкселәргә, инженерҙарға, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт!
Мин барлыҡ партнерҙарыбыҙға ла рәхмәт әйтәм. Республикабыҙ партнерҙарына һәм идара итеү командаһына, беҙҙең концессионерға – «ЛиМак» компанияһына, ВТБ банкына. Шулай уҡ Президентыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Уның ҡарарынан башҡа ошондай ҡеүәтле федераль грант һәм федераль финанслау булмаҫ ине.
Әлбиттә, төҙөүселәргә, инженер һәм техник персоналға, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт.
Бөгөн беҙ М-5-кә сығыу юлын асабыҙ. Әммә был объектты тамамлау өсөн уны М-7 менән тоташтырырға кәрәк.
Республикабыҙ халҡын һәм өфөләрҙе ҡотлайым. Хәйерле юл!» - тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин «Көнсығыш сығыу юлын» асырға һәм транспорт хәрәкәтен башларға рөхсәт бирҙе.
1 апрелдән төндә юл йөрөү хаҡы еңел автомобилдәрҙән – 20 һум, ә иртәнге сәғәт 6-нан 100 һум тора. Йәмәғәт транспорты, махсус хеҙмәттәр, почта машиналары, мәктәп автобустары Көнсығыш сығыу юлынан бушлай йөрөй.