Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ҡануниәттә ҡаралған социаль ярҙам саралары күп балалы ғаиләләге өлкән балаға 18 йәш тулғансы, әгәр ул көндөҙгө бүлектә уҡый икән, 23 йәшкә тиклем күрһәтелә.
«Закон Рәсәй Президентының «Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында» Указына ярашлы әҙерләнә. Указда нығытылған положениелар ишле ғаиләнең критерийҙарын һәм граждандарҙың ошо категорияһы өсөн мотлаҡ социаль гарантиялар йыйылмаһын аныҡ билдәләй (йәшәгән төбәгенә ҡарамай). Был илдең барлыҡ субъекттары өсөн дә мотлаҡ. Финанс мөмкинлектәре булған төбәктәр үҙ төбәк закондары менән өҫтәмә ярҙам сараларын индерергә мөмкин. Әлеге ваҡытта депутаттар республика хөкүмәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ғөмүмән, граждандарҙың ошо категорияһына социаль гарантиялар көсәйтелә», — тине спикер.
Бынан алдараҡ башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде.