Бөтә яңылыҡтар

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледжда уҡыу хаҡын ҡаплайҙар

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыу хаҡын ҡаплайҙар. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледжда уҡыу хаҡын ҡаплайҙар
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледжда уҡыу хаҡын ҡаплайҙар

Компенсация фактик түләү күләмендә билдәләнгән, әммә семестр өсөн 30 мең, ә уҡыу йылы өсөн 60 мең һумдан артмай, тип билдәләнә документта.

Норма балалар уҡып бөткәнсе ғәмәлдә була, ләкин уларға 23 йәш тулғансы ғына.

Компенсация юллау өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

2022-2023 уҡыу йылы өсөн компенсация алыу тураһында ғаризалар 2024 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.

2023-2024 уҡыу йылы өсөн һәм артабан ғариза түбәндәгесә бирелә:

— беренсе семестр өсөн — семестр тамамланғанғас та, әммә 30 июндән дә һуңға ҡалмайынса;

— икенсе семестр йәки уҡыу йылы өсөн — семестр (уҡыу йылы) тамамланғас та, ләкин календарь йылдың 31 декабренә тиклем.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-25/v-bashkirii-detyam-uchastnikov-svo-kompensiruyut-stoimosti-obucheniya-v-kolledzhe-3617442

 

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: