Бөтә яңылыҡтар

Хөкүмәт социаль түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексацияланы

Рәсәй хөкүмәте президент ҡушыуы буйынса 1 февралдән 40-тан ашыу социаль түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы индексациялау тураһында ҡарар әҙерләне, тип хәбәр итә министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте.

Хөкүмәт социаль түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексацияланы
Хөкүмәт социаль түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексацияланы

Индексация балалы ғаиләләргә түләүгә ҡағыла. Әйтәйек, бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 24,6 мең һумға тиклем арта. Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие ла арттырыла.

Әсәлек капиталы беренсе балаға 586,9 меңдән 630,4 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға (әгәр беренсе балаға алмаған булһалар) 775,6 меңдән 834 мең һумға еткерелә. Әгәр ғаилә әсәлек капиталы аҡсаһының бер өлөшөн тотонған икән, уның ҡалған өлөшө генә индексациялана.

Шулай уҡ инвалидтарға, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, Рәсәй Геройҙарына, Хеҙмәт Геройҙарына һәм башҡа граждандарға түләүҙәрҙе арттырыу ҡаралған.

«Ғөмүмән, бындай сара 20 миллион кешегә ҡағыла, улар тейешле аҡсаны һис бер тотҡарлыҡһыҙ алырға тейеш», – тип билдәләне премьер-министр Михаил Мишустин.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: