Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
30 Ноябрь 2023, 17:17

"Салауат ере" комплексына юл һалына

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Тура бәйләнеш" ваҡытында Салауат районының Тәкәй ауылы ерендә туристик объект төҙөлөүе һәм унда юл һалыныуы тураһында телгә алды.

"Салауат ере" комплексына юл һалына
"Салауат ере" комплексына юл һалына

Фото: "Янғантау" геопаркы

"Салауат районында "Салауат ере" тигән объект эшләйбеҙ. Киләһе йылдың йәйенә, Салауат Юлаевтың юбилей сараларына, унда ҙур туристик комплекс асыласаҡ. Ошо объектҡа юл да һалына", – тине Радий Хәбиров тура эфир барышында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тула. Батырҙың тыуған ауылы Тәкәй ерендә (Әлкә ауыл биләмәһендә) "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы төҙөлә һәм унда барлыҡ инфраструктуралары менән асфальт юл түшәлә. Был туристик объект, ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркын үҫтереү программаһына ярашлы, булдырыла.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: