Хәҙер муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары ҡарары менән минисиренаны янғын хәүефһеҙлеге кимәлен күтәреүгә мохтаж булған граждандар алырға мөмкин.
Категория Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса индерелде, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, янғын ваҡытында минисиреналар ярҙамында республикала 1044 кешенең, шул иҫәптән 391 баланың ғүмере ҡотҡарып алып ҡалынған.
Янғын тураһында хәбәр иткән приборҙы бушлай алырға хоҡуҡлылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.