- Никах теркәү
https://vk.cc/cpCnrBОнлайн рәүештә ғариза бирергә һәм үҙегеҙгә уңайлы никах теркәү датаһын һайларға мөмкин. ЗАГС-ҡа туй көнөндә генә барырға кәрәк була.
- Фамилия алмаштырғанда яңы паспорт алыу
https://vk.cc/cpCnwXПаспортты 30 көн эсендә алмаштырырға кәрәк. Әҙер паспортты йәшәгән урын буйынса Эске эштәр министрлығы бүлегендә алырһығыҙ.
- Водитель таныҡлығын алмаштырыу
https://vk.cc/cpCnyqФамилия алмаштырыу сәбәпле водитель таныҡлығын алмаштырыу тураһында ғаризаны онлайн бирегеҙ. Әҙер документты ЮХХДИ-ның үҙегеҙ һайлаған бүлексәһендә алырға кәрәк.
- Автомобиль документтарын алмаштырыу
https://vk.cc/cpCnB4Дәүләт хеҙмәттәренә документтарға үҙгәрештәр индереүгә хаҡында ғариза бирергә мөмкин. Мәҫәлән, туйҙан һуң фамилияғыҙҙы алмаштыраһығыҙ икән, ошо хеҙмәт менән ҡулланырға була.
- Сит ил паспорты алыу
https://vk.cc/cpCnCuФамилия алмаштырғанда иҫке йәки яңы өлгөлә документ юлларға кәрәк.
- Йәшәү урыны буйынса теркәлеү
https://vk.cc/cpCnDXҒәмәлдәге теркәүҙе туҡтатырға һәм яңы адрес буйынса пропискаға инергә мөмкин - үҙегеҙҙең, тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ исеменән онлайн ғариза бирегеҙ.
- Балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие
https://vk.cc/cpCnF6Килемгә баһа биргәндә никах теркәлгән осраҡта ғына ир кеше ғаилә составына индерелә.
- Бала тыуыуын теркәү
https://vk.cc/cpCnGiЭлектрон төрҙә эшләнгән медицина таныҡлығы булһа, бала тыуыуҙы теркәү онлайн рәсмиләштерелә. Әгәр ҡағыҙҙа икән, ғариза биреп, документ артынан ЗАГС-ҡа барырға кәрәк.
- Әсәлек капиталына сертификат
https://vk.cc/cpCnHtСертификат бала тыуыуҙы теркәгәндән һуң әсәнең шәхси кабинетына электрон төрҙә килә.
Дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу беҙ уйлағандан күпкә еңел! Дәүләт хеҙмәттәренең бөтә мөмкинлектәре менән танышыу өсөн порталдың рәсми каналына яҙығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан