Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда урам газ ҡаҙандарын ҡуя башлайҙар

«Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһы заманса тышҡа урынлаштыра торған ҡаҙандар менән эшләй башлай. 31-се «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһенең пленар ултырышында предприятие үҙенең стендында «ТГУ-НОРД-С» тибындағы газ термоблогы менән таныштырҙы.

Башҡортостанда урам газ ҡаҙандарын ҡуя башлайҙар
Башҡортостанда урам газ ҡаҙандарын ҡуя башлайҙар

- Компактлы йылылыҡ энергияһы ҡоролмалары шәхси йорттарҙы, шулай уҡ социаль һәм производство объекттарын йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. Продукцияның тулыһынса илебеҙҙеке булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Бындай тышҡы урамдағы ҡаҙанлыҡты газ менән тәьмин итеүгә тоташтырыуҙы күпкә еңеләйтә һәм арзанайта. Йорт эсендә бинаны үҙгәртеп ҡорорға һәм мөрйә ҡуйырға кәрәкмәйәсәк. Тыштан ҡаҙан ҡуйҙың да файҙалан. Бындай тәжрибәне бөтә төбәккә таратырға кәрәк, тип иҫәпләйем, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Урам газ термоблогы бинаның тышҡы стенаһына ҡуйыла. Ул Рәсәйҙең киң территорияһында ҡулланыр өсөн махсус эшләнгән һәм һауа температураһы -45-тән +40 градусҡа тиклем булған осраҡта файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән. Уртаса алғанда бындай ҡаҙан ҡулланыусыға 140 мең һумға төшәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанлыҡ бинаһын ҡайтанан йыһазландырыуға сығымдар булмаясаҡ. Система менән мобиль ҡушымта аша идара итергә мөмкин, авария сигналдары иһә ҡулланыусының телефонына смс-хәбәр булып килә.

- Газ термоблоктары файҙаланыуҙа хәүефһеҙ. Тышҡы ҡаҙандар йортто газ менән йылытыу мөмкинлегенә эйә, - тип һөйләне «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры - «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте ойошмаһы идарасыһы Альберт Лоҡманов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 30 майҙа Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына һәм «Газпром төбәк-ара газ Өфө» предприятиеһына бөтә тораҡ пункттарға тышҡы урынлаштырыу ҡаҙандарын индереү механизмын әҙерләргә ҡушҡайны.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21065/?ysclid=lj2rk19cxo312834186 

Автор:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: