Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
10 Ғинуар 2023, 10:30

Республикала йәшәү минимумы һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артты

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы, эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арттырыла.

Республикала йәшәү минимумы һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артты
Республикала йәшәү минимумы һәм хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме артты
Фото:Ксения Калинина

 2022 йыл өсөн индексация ике этапта – 2022 йылдың 1 июненән 10% һәм 2023 йылдың 1 ғинуарынан уҙҙы, тип билдәләнә. Шулай итеп, 1 ғинуарҙан страховка пенсиялары тағы 4,8%, йәшәү минимумы – 3,3%, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3% артты.

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән граждандар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 21 864 һум була.  

Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы – 12 650 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа – 13 789 һум, пенсионерҙарға – 11 990 һум, балаларға – 12 271 һум.

Минималь эш хаҡы күләме 16 242 һумға етте. Башҡортостанда район коэффициенты (1,15) менән бергә МРОТ – 18678,3 һум, Межгорье ҡалаһында иһә юғары район коэффициенты (1,7) менән бергә иҫәпләгәндә 27 611,4 һум тәшкил итә.

2023-2025 йылдарға Башҡортостанда минималь эш хаҡы тураһында социаль партнерлыҡ яҡтары ҡул ҡуйған килешеүгә ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан республиканың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәренә – 19 743 һум, ә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 18 678 һум күләмендә минималь эш хаҡы билдәләнә. Башҡортостанда бюджеттан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең  минималь эш хаҡы – 12,3%, ә бюджет хеҙмәткәрҙәренеке 6,3% арта.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-10/v-bashkirii-dlya-rabotnikov-vnebyudzhetnoy-sfery-minimalnaya-zarplata-sostavlyaet-19-743-rublya-3098857

Автор:Дарья Субботина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: