Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
9 Ноябрь 2022, 16:45

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуға инструкция әҙерләнгән

Республикала төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса аҙымлап күрһәтелгән инструкция әҙерләнде.

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуға инструкция әҙерләнгән
Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуға инструкция әҙерләнгән

- Инструкция яңы төҙөлгән йәки файҙаланылған объекттарҙы газ менән тәьмин итеү мөмкинлеген алырға теләгән ғариза биреүсенең эш тәртибен аңлатырға тейеш. Уларға баҡса участкаларындағы биналарҙан алып магазиндарға, йорттарға, предприятие биналарына һәм ҡоролмаларына, мәҙәни-күңел асыу һәм социаль инфраструктура объекттарына тиклем бөтә ҡоролмалар ҙа ҡарай, - тип аңлатты Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Документ тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ниндәй документтар кәрәклеген; техник шарттар биргән ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген; газ бүлеү селтәрҙәренә ниндәй ваҡытта тоташтырыу ғәмәлгә ашырылғанын аңлата. Махсус һылтанма буйынса ҡулланыусының ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, ойошмалар кураторҙарының бәйләнештәре күрһәтелгән.

Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың яҡынса хаҡын иҫәпләү өсөн инструкцияла план хаҡының калькуляторына һылтанма ла бар.

Бынан тыш, инструкцияла газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу өсөн кәрәкле регламентлаусы документтарға һылтанмалар күрһәтелгән. Улар иҫәбендә газ менән файҙаланыу ҡорамалдарын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ҡағиҙәләре.

Газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса инструкция менән Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының рәсми сайтында (https://building.bashkortostan.ru/documents/other/450018) танышырға мөмкин.

Башҡа һорауҙар менән Өфө ҡалаһы, Новосибирск урамы, 2-се йорт, 4-се корпус адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Берҙәм белешмә хеҙмәтенең телефоны: 8 (800) 347-88-00.

Белешмә өсөн: Төбәк инвестиция стандарты - ул инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү системаһы. 2021 йылдың аҙағында Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы ҡоралын ғәмәлгә ашырыусы пилот төбәктәре иҫәбенә инде. Стандартҡа ярҙам системаһы элементтарын формалаштырыу буйынса методик тәҡдимдәр инә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19374/ 

 

Автор:
Читайте нас: