Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
15 Октябрь 2022, 12:10

Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы

Башҡортостандан бер юлы өс ауыл биләмәһе “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” федераль конкурсы еңеүселәре булды

Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы

Конкурсҡа бөгөн Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин йомғаҡ яһаны, тип Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте.

Еңеүселәр араһында Салауат районының Миәшәгәр ауыл советы биләмәһе хакимиәте лә бар. Ул “Муниципаль берәмектәр халҡы менән һөҙөмтәле кире бәйләнеш тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

"Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” федераль конкурсында шулай уҡ Йылайыр районының Йылайыр ауыл советы “Төҙөлөш сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү” номинацияһында, ә Краснокама районының Николо-Березевка ауыл хакимиәте “Милләт-ара татыулыҡты нығытыу” номинацияһында беренсе урын алды.

“Еңеүселәребеҙ артабанғы үҫеш өсөн 18-шәр миллион һум аҡса аласаҡ. Бүләкләү тантанаһы 2023 йылдың 21 апрелендә Урындағы үҙидара көнөнә билдәләнгән. Конкурста бөтәһе биш номинация булды, унда ҡатнашыуға 1200 ғариза бирелгән. Республикабыҙҙың бик шәп һәм лайыҡлы һөҙөмтәһе. Еңеүселәрҙе ҡотлайым!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе ҡарамағына дүрт ауыл: Миәшәгәр, Шәрип, Йыланыш һәм Һарғамыш ауылдары инә. Был ауыл хакимиәтенә быйыл июлдән Ильнара Урал ҡыҙы Сафина етәкселек итә. Ул ошо яуаплы вазифаны оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе башлығы булған ире Рөстәм Фәнис улы урынына башҡара.

“Унда эшһөйәр кешеләр йәшәй, улар – бер ҙур ғаилә. 2016 йылдан башлап Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашалар. Шәрип ауылындағы балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһалды, Миәшәгәр төп мәктәбенең тәҙрәләрҙе алмаштырылды, Йыланыш ауылына балалар өсөн уйын майҙансығы һәм хоккей майҙансығы һатып алынды, Шәрип ауылы төп мәктәбенең йылытыу системаһы яңыртырылды. Өс ауылда яңы балалар майҙансыҡтары булдырылды. Вайымһыҙ булмаған активистар арҡаһында улар Салауат районындағы берҙән-бер изге великомученик Георгий Победоносец хөрмәтенә төҙөлгән таш православие ҡорамын реконструкцияланы. 

Ауылдаштарҙың изге эштәрен һанап бөткөһөҙ. Иң мөһиме – уларҙы кесе ватанына һөйөү, эшһөйәрлек һәм берҙәмлек берләштерә. Ә бөгөн федераль конкурста еңеү яулау – лайыҡлы эш. Йыл һайын "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге" республика конкурсында ҡатнашып, улар был еңеүгә дүрт йыл барҙы. Тимәк, дуҫтар, еңеү һәр ваҡыт беренсе булыу тигәнде аңлатмай. Миәшәгәр ауыл биләмәһе халҡына ҙур хеҙмәте, ныҡышмалылығы һәм иң яҡшы булырға ынтылышы өсөн рәхмәт белдерәм! Был Салауат вариҫтарының сигенә белмәүе хаҡында һөйләй!” – тип Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов был еңеү менән ҡотланы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: Салауат районы Хакимиәте.

Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Миәшәгәр ауыл хакимиәте федераль конкурста еңеү яуланы
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: