Һорау: Әгәр милексе 2022 йылда суд аша үҙ ер участкаһының кадастр хаҡын кәметһә, һалым нисек иҫәпләнер?
Яуап: Ер участкаһының кадастр хаҡы үҙгәргән осраҡта, даулау һәм уның баҙар хаҡын билдәләү һөҙөмтәһендә, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән үҙгәртелгән кадастр хаҡы тураһындағы мәғлүмәттәр кадастр хаҡы ҡулланыла башлаған көндән башлап һалым һалыу ваҡытында иҫәпкә алына. Мәҫәлән, әгәр 2022 йылда бәхәсле кадастр хаҡы 2020 йылдың 1 ғинуарынан һалымды иҫәпләү өсөн ҡулланылһа, 2020 һәм 2021 йылдар өсөн һалым яңынан иҫәпләнә.
Һорау: Граждандарға һалым йөкләмәһенең артыуын туҡтатыу өсөн ҡануниәт тарафынан берәй саралар ҡаралғанмы?
Яуап: Һалым түләүселәр өсөн ер һалымының һәм физик шәхестәр милкенә һалымдың йыл һайын 10 процентҡа артыуына юл ҡуймау өсөн федераль кимәлдә һалым йөкләмәһенең йыл һайын үҫешен сикләгән коэффициент ҡаралған. Башҡортостан Республикаһында үрҙә күрһәтелгән коэффициент 2018 йылдан алып ҡулланыла.
Һорау: ЮХХДИ органдарында иҫәптән төшөрөлмәгән автомобилде тартып алғанда милексегә транспорт һалымын түләргә тура киләсәкме?
Яуап: 2022 йылдың 1 ғинуарынан башлап федераль закон менән ҡаралған нигеҙ буйынса мәжбүри рәүештә тартып алыу менән бәйле милек хоҡуғы туҡтатылған транспорт саралары (шул иҫәптән мөлкәткә бурыстар буйынса түләткәндә; конфискация), артабан, транспорт сараларын теркәү иҫәбенән төшөрөү датаһына ҡарамаҫтан, ошондай кешеләрҙең һалым һалыу объекттары тип танылмай. Мөмкинлек булған осраҡта, милексегә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2021 йылдың 19 июнендәге ҡарары менән раҫланған форма буйынса ғариза ебәрергә һәм мөмкин булғанса транспорт сараһын тартып алыуҙы раҫлаған документтар тапшырырға кәрәк.
Һорау: Янған йорт өсөн һалым түләргә кәрәкме?
Яуап: Әгәр физик шәхес милкенә һалым һалыу объекты булып торған йорт янһа, бирелгән ғариза, уны тикшереү һәм уға хоҡуҡты туҡтатыуҙы теркәү буйынса кадастр эштәрен үткәреүгә ҡарамаҫтан, янып юҡҡа сыҡҡан айҙан алып һалым иҫәпләүҙе туҡтатырға ярҙам итәсәк. Ғариза менән бергә раҫлаусы документтарҙы (дәүләт янғын күҙәтеү органдарынан документ, тикшереү акты һәм башҡалар) тапшырырға мөмкин.