-4 °С
Болотло
Әлеге ваҡытта бында ямғыр канализацияһы һәм таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә: Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында һыу үткәргес торбалар монтажланды, ете аркалы күпер төҙөлдө, 35 саҡрымдан ашыу юлға асфальт түшәлде. Эштәр графикка ярашлы бара, яңы юл ике һыҙатлы була, ләкин ҡатмарлы биләмәләрҙә хәүефһеҙлек өсөн өс һыҙатлы участкалар булдырыу күҙ уңында тотола. Яңы трассала хәрәкәтте 2022 йылдың декабрендә асыу планлаштырыла.