Район Хакимиәте ҡарары менән халыҡты йәшелсә үҫтереүгә дәртләндереү саралары планы ҡабул ителде. Быйылғы баҡса миҙгелендә урындағы үҙидара органдарына ауыл халҡына бәрәңге һәм йәшелсә культуралары ултыртыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары, райондың ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рәмил Хамматов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә саралар планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы халыҡтың бәрәңге орлоғона ихтыяжын билдәләп, район Хакимиәтенең ауыл хужалығы һәм иҡтисади үҫеш бүлектәре менән берлектә уларҙы етерлек күләмдә орлоҡ менән тәьмин итергә тейеш. Мөлкәт мөнәсәбәттәре секторы менән бергә граждандарға һәм эшҡыуарҙарға бәрәңге, йәшелсә үҫтереү өсөн ер участкалары бүлеп биреү бурысы ла ҡуйылды. Магазиндарҙа йәшелсә культуралары орлоҡтарын һатыу, халыҡҡа баҡсаларын һөрөүҙә ярҙам күрһәтеү кеүек саралар ҙа ҡаралған.
– Мәҫәлән, ниндәйҙер ауылда трактор булмаһа, уны икенсе ауыл биләмәһенән йәлеп итергә мөмкин, – тип аңлатты Рәмил Ғамил улы.
Өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға йәшелсә үҫтереүҙә йәштәр сәйәсәте комитеты, “Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ирекмәндәр менән ярҙам итергә, “Ғаилә” хеҙмәте был йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ мәғариф бүлегенә лә мәктәп яны участкаларында йәшелсә үҫтереүҙе ойошторорға ҡушылды.
Әлбиттә, үҫтергән бәрәңге һәм йәшелсәнең үҙеңдән артҡанын һатып та файҙаһын күрергә була. Август-сентябрь айҙарында эшкәртеүсе кооперативтар һәм эшҡыуарҙарҙың халыҡтан йәшелсә һатып алыуын ойоштороу планға керетелгән. Даими рәүештә халыҡҡа үҙе етештергән продукция менән урамдарҙа сауҙа итеү өсөн властар махсус шарттар тыуҙырырға тейеш.
– Был мәсьәләгә бик етди ҡарарға кәрәк. Бер баҡса ла буш ҡалмаһын. Сит илдәрҙең санкциялары әле бик үк һиҙелмәһә лә, аҙағыраҡ аҙыҡ-түлек ихтыяжы буйынса ҡыйынлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, тигән тапҡыр әйтем бар халыҡта. Ул бөгөн бигерәк тә көнүҙәк. Ерҙәребеҙ буш ятмаһын, ултыртайыҡ унда бәрәңге, кишер, сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә һәм башҡаһын. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡурала мал-тыуар ишәйтеп, ихатала ҡош-ҡорт үрсетеп, бөгөнгө иҡтисади һәм санкция шарттарында беҙ үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген үҙебеҙ генә тәьмин итә алабыҙ.