Бөтә яңылыҡтар

Йәкшәмбе Малаяҙҙа йәрминкә була

13 мартта Малаяҙ баҙары майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә. Фермерҙар унда үҙ продукцияһын ҡуртымға түләүһеҙ һәм өҫтәмә хаҡһыҙ һатыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 

Йәкшәмбе Малаяҙҙа йәрминкә була
Йәкшәмбе Малаяҙҙа йәрминкә була

Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов хәбәр итеүенсә, йәрминкәлә ит, һөт ризыҡтары, он, ярмалар, бал һ. б. аҙыҡ-түлек тауарҙары тәҡдим ителәсәк. Уларҙы ҡулайлы хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Ауыл хужалығы йәрминкәһе баҙар майҙанында 09.00 сәғәттә башлана.

Фермерҙарға ҡатнашыуға заявка биреү өсөн һылтанма: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/436337/ 

 

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: