Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
28 Ғинуар 2022, 14:25

1 февралдән рәсәйҙәр арттырылған социаль түләүҙәр ала башлай, улар иҫәбендә әсәлек капиталы ла бар

1 февралдән рәсәйҙәргә социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар 8,4 процентҡа арта. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тиелә Министрҙар кабинеты белдереүендә.

1 февралдән рәсәйҙәр арттырылған социаль түләүҙәр ала башлай, улар иҫәбендә әсәлек капиталы ла бар
1 февралдән рәсәйҙәр арттырылған социаль түләүҙәр ала башлай, улар иҫәбендә әсәлек капиталы ла бар

Бында инвалидтар, ветерандар, чернобылселәр, Рәсәй Геройҙары, шулай уҡ производствола зыян күргән граждандар алған түләүҙәр тураһында һүҙ бара. Индексация балалы ғаиләләргә тейешле ҡайһы бер пособиеларға ла ҡағыла. Шулар иҫәбендә — бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие, баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие. Беренсе балаға әсәлек капиталы күләме лә арта — 483,9 мең һумдан 524,5 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға иһә 693,1 мең һумға тиклем.

«Ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлыларҙың барыһының да уны ваҡытында һәм тулы күләмдә алыуы мөһим»,  —  тип билдәләне Михаил Мишустин 27 ғинуарҙа Министрҙар кабинеты ултырышында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдан Рәсәйҙә социаль түләүҙәрҙе индексациялауҙың берҙәм тәртибе билдәләнде — 1 февралдән йылына бер тапҡыр.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-27/s-1-fevralya-rossiyane-nachnut-poluchat-sotsvyplaty-s-uchetom-indeksatsii-v-ih-chisle-matkapital-2670788

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: