Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
30 Ноябрь 2021, 10:50

Балалы ғаиләләр 2021 йылдан уҡ торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә

Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Балалы ғаиләләр 2021 йылдан уҡ торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә
Балалы ғаиләләр 2021 йылдан уҡ торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә

Закон ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙең фатир, йорт йәки уларҙың өлөштәрен һатҡанда алынған һәм ҙурыраҡ майҙанлы яңы торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланылған килемде НДФЛ-дан азат итә. Льгота 24 йәшкәсә балалары (улар көндөҙгө бүлектә уҡыһа) булған ата-әсәләргә (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыусыларға), шулай уҡ ҡайһы бер шарттарҙы үтәгәндә бер балаға бирелергә мөмкин.

Тағы бер шарт — яңы торлаҡ иҫкеһен һатҡан йылда, йәки киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса һатып алынырға тейеш. Бынан тыш, һатыла торған күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы 50 миллион һумдан артмауы һәм һатып алына торған торлаҡтың хаҡынан күберәк булыуы мөһим. 

Шулай уҡ торлаҡты һатҡан ваҡытта күп балалы ғаилә ағзаларының береһенең дә милкендә һатып алынған майҙандың 50 процентынан артығыраҡ күләмдәге башҡа торлағы булырға тейеш түгел.

Был норма 2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап фатирҙар һатыуҙан алынған килемгә ҡарата ғәмәлдә була.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: