Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
12 Апрель 2021, 11:21

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙа – үҙгәрештәр

Был үҙгәрештәр көсөнә ингән. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының был хаҡтағы фарманы хоҡуҡи мәғлүмәттәр тураһындағы рәсми интернет-порталда баҫылған.Әгәр быға тиклем ҡатын әсәлек капиталы аҡсаһын пенсияһының йыйыла торған өлөшөнә күсерһә, ул был аҡсаны дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарынан кире ҡайтарта һәм башҡа йүнәлеш буйынса файҙалана ала.Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, пенсия фондына аҡсаны кире ҡайтарғандан һуң, ярты йыл эсендә сумма менән нимә эшләйәсәгегеҙ хаҡында ҡарар ҡабул итергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Алты ай үткәндән һуң пенсия фондына йәнә мөрәжәғәт итергә һәм аҡса пенсия йыйымына китмәҫ элек срокты оҙайтыуҙы һорау зарур.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда әсәлек капиталы аҡсаһы 483882 һум тәшкил итә. Икенсе бала тыуғанда был сумма 155550 һумға арта. Ике балаға дөйөм сумма – 639432 һум.Фото: progorodsamara.ru Автор: Айһылыу Низамова

Был үҙгәрештәр көсөнә ингән. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының был хаҡтағы фарманы хоҡуҡи мәғлүмәттәр тураһындағы рәсми интернет-порталда баҫылған.
Әгәр быға тиклем ҡатын әсәлек капиталы аҡсаһын пенсияһының йыйыла торған өлөшөнә күсерһә, ул был аҡсаны дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарынан кире ҡайтарта һәм башҡа йүнәлеш буйынса файҙалана ала.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, пенсия фондына аҡсаны кире ҡайтарғандан һуң, ярты йыл эсендә сумма менән нимә эшләйәсәгегеҙ хаҡында ҡарар ҡабул итергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Алты ай үткәндән һуң пенсия фондына йәнә мөрәжәғәт итергә һәм аҡса пенсия йыйымына китмәҫ элек срокты оҙайтыуҙы һорау зарур.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда әсәлек капиталы аҡсаһы 483882 һум тәшкил итә. Икенсе бала тыуғанда был сумма 155550 һумға арта. Ике балаға дөйөм сумма – 639432 һум.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: