Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
29 Ғинуар 2021, 19:00

Иҫәп алыусыны нисек танырға?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башла­ныуға күп тә ҡалманы. 2021 йылдың апрелендә күп йорттарға иҫәп алыусылар киләсәк. Уларҙы нисек танырға?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башла­ныуға күп тә ҡалманы. 2021 йылдың апрелендә күп йорттарға иҫәп алыусылар киләсәк. Уларҙы нисек танырға?
Алыҫтан күренеп торған айырма: халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм утты сағылдырған элементтары булған рәсми жилет, шарф һәм “Росстат” яҙыулы сумка.
Иҫәп алыусының исем-шәрифтәре яҙылған, голограммаһы һәм “Росстат” етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйылған танытма.
Иҫәп алыусы һанлы бланктарҙы тултырыу өсөн үҙе менән планшет-компьютер йөрөтөргә тейеш.
Иҫәп алыусы өйгә битлектә һәм бирсәткәлә инәсәк.
Уларҙы кешеләр алдан танып торһон өсөн һүрәтләүсе видеояҙма ла әҙерләнгән.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән strana2020.ru сайтында танышырға мөмкин.
Гөлшат РӘЙЕСОВА. 
Читайте нас: