Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
21 Ғинуар 2021, 16:28

Республикала ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан?

Башҡортостанда йәшелсә ҡиммәтләнә, шәкәр, сыр һәм тары ярмаһы арзаная, тип белдерҙе республика статистиктары.

Башҡортостанда йәшелсә ҡиммәтләнә, шәкәр, сыр һәм тары ярмаһы арзаная, тип белдерҙе республика статистиктары.
Бер аҙнала картуф 4,4 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 26,54 һумға еткән.
Аҡ күсәнле кәбеҫтә һәм балалар өсөн йәшелсә консервалары 1,9 һәм 1,7 процентҡа ҡиммәтләнгән – бер килограмы 17 һәм 494 һумдан ашыу.
Башҡортостандың ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлеге исемлегендә шулай уҡ аҡ май, он, кишер, эшкәртелгән дөгө, ҡаймаҡ, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары, ҡара сәй, вермишель, ит консервалары, макарон, маргарин, башлы һуған, ҡарабойҙай ярмаһы, һөт, майлы эремсек, сусҡа ите, сосиска, сарделька һәм печенье бар. Аҙна эсендә ошо ризыҡтарға хаҡ 0,1 – 1,4 процентҡа артҡан.
Республикала бер аҙнала яңы өҙөлгән ҡыяр 3,7 процентҡа арзанайған.
Арыш ононан һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк, һыйыр ите, помидор, һарыҡ ите, тоҙ, туңдырылған балыҡ, шәкәр, алма, шоколадлы кәнфиттәр, йомортҡа, балалар өсөн емеш-еләк һәм ит консервалары, колбаса, тары ярмаһы 0, 1 –2,1 процентҡа осһоҙланған.
Башҡортостанда аҙна эсендә тауыҡҡа, үҫемлек майына һәм бойҙай икмәгенә хаҡ үҙгәрмәгән. Бер килограмы – 135, 117 һәм 53 һум.
Читайте нас: