Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
14 Август 2020, 14:22

Ҡаһарман батырҙар иҫтәлегенә арнала

Черепан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә мемориал комплекс ҡуйылды. Плитәләрҙең береһе Чечен һуғышы геройы Тәбрик Закировҡа бағышланған.

Уны тантаналы асыу 22 авгусҡа билдәләнгән. Комплекс ауыл халҡы инициативаһы менән эшләнгән. Төҙөү өсөн аҡсаны Малаяҙ ауыл советы биләмәһе яртылаш бүлһә, ҡалғаны ауыл халҡынан йыйылған.
Яҙын халыҡ менән йыйылыш үткәреп, плитәләрҙе ҡуйыу урынын билдәләп, уны кәртәләп алып, өмәләр үткәрелгән.
Шундай уҡ мемориал комплексты киләсәктә Гусевка ауылында ла ҡуйыу планы ла бар ауыл советының.
Читайте нас: