Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
19 Декабрь 2019, 08:35

Хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк

17 декабрҙә район Хакимиәтенең бәләкәй залында терроризмға ҡаршы ултырыш уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов,уның урынбаҫарҙары, Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм эштәр идарасылары ҡатнашты. Ултырышта ҡағылған байрам мәлендә хәүефһеҙлек булдырыу, тәртип боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау кеүек һорауҙар тураһында һүҙ барҙы. Байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк. Һәр ауыл биләмәһендә яуаплылар билдәләнәсәк. Марс Фәррәх улы әйтеүенсә, районда спиртлы эсемлектәр һатыу һәм ҡулланыу айырым контролдә буласаҡ.

Читайте нас: