Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
4 Ноябрь 2019, 10:50

Йыланыштар хоккей уйнаясаҡ

Кисә Йыланыш ауылында балалар һәм хоккей майҙансыҡтары асылды.

Кисә Йыланыш ауылында балалар һәм хоккей майҙансыҡтары асылды.
Йыланыштар заманса майҙансыҡтарҙың асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Ата-әсәләр һәм педагогтар әйтеүенсә, был майҙансыҡтар балаларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторорға, саф һауала үткәргән ваҡытты арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Яңы уйын майҙансыҡта сағыу, уңайлы ҡоролмалар урынлаштырылған. Унда күберәге бәләкәстәр уйнаһа, хоккей майҙансығында иһә барыһы ла шыуып, уйнап, күңел асасаҡ.
Был объекттар "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы" сиктәрендә эшләнгән.
----------------------
В селе Еланыш состоялось торжественное открытие новой хоккейной коробки и детской площадки. Строительство велось по программе поддержки местных инициатив
Алина АЛКИНА
Читайте нас: