Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
31 Октябрь 2019, 18:48

Башҡортостанда Рәсәй почтаһы ноябрь байрамдарында үҙенең эш графигы тураһында хәбәр итте

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле, 2 һәм 4 ноябрҙә Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә.

Башҡортостанда 4 ноябрь барлыҡ почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде.



«Дәүләт байрамы алдынан, шәмбе 2 ноябрҙә, бөтә почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, — тип хәбәр итте Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса иадаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — 4 ноябрҙә — Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай. Ял һәм байрам көнө өсөн пенсия, пособие Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеү буйынса таратыла».
Читайте нас: