Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
14 Октябрь 2019, 13:45

Ирекмәндәр һәм белгестәр ярҙамға килә

Бөгөн Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды.Һанлы телевидениеға күсергә районда ирекмәндәр, йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә

Бөгөн Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

Районда ла һанлы телевидениеға күсеү бара. Был эштә халыҡҡа ярҙам итеү ҡаралған. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, ауыл биләмәләренең йәштәр бүлеге белгестәре, ирекмәндәре махсус курстарҙа булып, Өфөлә һанлы телевидениены көйләүгә өйрәнеп ҡайтты.

Улар һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлау буйынса ла булышасаҡ. Һанлы телевидениеға күсеү буйынса теге йәки был ярҙам кәрәк булһа Салауат районы Хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн мәғлүмәт:
- Һанлы телевидение буйынса ирекмәндәр һеҙ “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса, йә район Хакимиәтенә ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң ғына йортоғоҙға, йә фатирығыҙға киләсәк.
- Ирекмәндәр икәү булһа ғәжәпләнмәгеҙ: был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. - Ирекмәндәрҙең һеҙҙән үҙ ярҙамы өсөн, мәҫәлән, ҡорамалдарҙы яйлау һәм тоташтырыу, йә етмәй ҡалған шнурҙы һатып алыу өсөн аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә “Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре” филиалы яуаплы.
Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек дөрөҫ тоташыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға +7(347)246-45-78 телефондары буйынса яуап бирәсәк. Башҡортостан буйынса барыһы дүрт меңгә яҡын ирекмән был эшкә йәлеп ителгән.
Читайте нас: