Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
10 Сентябрь 2019, 12:53

Сирләмәҫ өсөн прививка яһатырға кәрәк

Республика халҡының яртыһы. шул иҫәптән Салауат районында йәшәүселәр ҙә мәкерле сирҙән прививка эшләтергә тейешТУЛЫРАҠ:

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин:

4 сентябрҙә Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы башланды. Республикаға яңы төр вакцина килтерелде. Яҡшы сифатлы был вакцина федераль бюджет иҫәбенә алынды. Уның өҫтәмә насар реакциялары юҡ. Беҙ республика халҡының 45 процентына прививка яһатырға планлаштырабыҙ, – тине ул.


45 процент – ул 1,8 миллион өлкән кеше һәм 400 мең самаһы бала тигән һүҙ. Тәү сиратта үпкә сирҙәре менән интеккән балалар, 60 йәштән өлкәнерәктәр вакцинацияланасаҡ. Бынан тыш тәүгеләрҙән булып мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә эшләгәндәргә прививка яһатыласаҡ.


Мин бөтәһенә лә прививка яһатырға тәҡдим итәм. Вакциналар әле медицина учреждениеларына таратып бирелде. Һәр муниципалитетта махсус бригадалар булдырҙыҡ. Барлығы – 813, – тине Максим Забелин.


---------------------------------

В Башкирии от гриппа будет привито 45 процентов населения региона. Об этом сообщили в ходе оперативного совещания в правительстве РБ.


На сегодня грипп – это одно из самых тяжелых вирусных заболеваний. Основной и самый эффективный способ профилактики — прививка. В текущем году в соответствии с рекомендациями Роспотребнадзора планируется привить против гриппа один миллион 830 тысяч человек или 45 процентов населения республики, — рассказал и.о. министра здравоохранения Максим Забелин. – Особое внимание будет уделено группам риска – детям, беременным, людям с хроническими заболеваниями, людям старше 60 лет, медработникам — в этой категории планируется охват не менее 75 процентов населения. Вакцины поставляются за счет федерального бюджета в рамках национального календаря профилактических прививок.


— На текущий момент в республику уже поступило 180 тысяч доз для иммунизации детей и беременных женщин, 613 тысяч доз для иммунизации взрослых, вакцины распределены по медучреждениям, следующие поставки вакцин ожидаются в конце октября. Завершение прививочной кампании в Башкирии планируется в срок до 15 ноября, — констатировал глава министерства.