Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
21 Август 2019, 06:01

Өфөгә – яңы автобустарҙа

“Башавтотранс” предприятиеһы тағы 102 берәмек өр-яңы автобус менән тулыланды. Ә быға тиклем дәүләт ташыусыһы 136 яңы автобус алғайны.Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндереүсе Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһына иһә “Форд Транзит” маркалы дүрт автобус бирелде. Яңы һәм пассажирҙар өсөн уңайлы машиналар маршруттар буйлап пассажирҙарҙы йөрөтә башлаған да инде. Мәсәғүт автовокзалы начальнигы Максим Могильников хәбәр итеүенсә,

“Башавтотранс” предприятиеһы тағы 102 берәмек өр-яңы автобус менән тулыланды. Ә быға тиклем дәүләт ташыусыһы 136 яңы автобус алғайны.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндереүсе Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһына иһә “Форд Транзит” маркалы дүрт автобус бирелде. Яңы һәм пассажирҙар өсөн уңайлы машиналар маршруттар буйлап пассажирҙарҙы йөрөтә башлаған да инде. Мәсәғүт автовокзалы начальнигы Максим Могильников хәбәр итеүенсә, уларҙың икәүһе – “Ҡарағай” шифаханаһы – Өфө, береһе Мәсәғүт – Бөрө йүнәлеше буйынса йөрөһә, тағы бер автобус Яңы Балаҡатай – Өфө маршрутын тергеҙергә ярҙам иткән.
Ә беҙҙең Малаяҙ аша төньяҡ-көнсығыштың күрше дүрт районынан да йөрөгән автобустары үтә. Тимәк, был яҡ төбәктең бар район үҙәктәренә лә республиканың баш ҡалаһына транспорт бәйләнеше булдырылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 1 сентябргә тиклем бар райондарҙы ла Өфөгә тура маршрут менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны.
  • Баш дәүләт ташыусыһы ай һуңына тиклем тағы 180 урта класлы автобус, ә ноябрҙә 78 берәмек ҙур класлыһын аласаҡ. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына тиклем предприятие 527 яңы автобус менән тәьмин ителәсәк. Сентябрҙән “Алға” транспорт картаһы менән түләгәндә, бер сәғәт эсендә “Башавтотранс”тың бер нисә автобусына күсеп ултырыу мөмкинлеге индереләсәк, – тип яҙа республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә.
  • Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башавтотранс” автобустары Салауат районының Урмантау яғы халҡын да хеҙмәтләндерә.
    Юлдаш ЮЛАМАНОВ.
    Читайте нас: