Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеү мәсьәләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, быйыл 30 ноябргә тиклем Башҡортостанда 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктын интернетҡа тоташтырыу күҙаллана. Әле төбәктә 2071 ФАП-тың ни бары 25-е генә интернет селтәренән файҙалана. Милли проектҡа ярашлы, өс йылда ауылдарҙағы ике меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объекты селтәргә тоташтырыласаҡ.