– Ауылдың һыу үткәргестәре дүрт урындан ярылған булған. Шуға системала баҫым етмәй, һыу тәьминәтендә өҙөклөктәр бар ине, – ти Лаҡлы ауыл биләмәһе башлығы Зилә Әғзәмова. – Коммуналь хужалыҡ эшселәре торбаларҙың ярылған ерен табып, ҡаҙып, үткәргестәрҙе яңынан ялғап, колонкаларҙың шлангыларының крандарын алмаштырҙы. Хәҙер баҫым яҡшырҙы. Был эшкә Башҡортостан Башлығы траншынан 132 мең һум аҡса йүнәлтелде.
Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, Урмансыла күптәр үҙ ихатаһына скважина ҡаҙҙырған. Шуға һыу тәьминәтенә халыҡтан аҡса аҙ йыйыла. Ошо сәбәпле, электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу өсөн һыу алыу башняһы көндөҙ генә тултырыла.