Бөтә яңылыҡтар

Мөрәжәғәт ишетелде, юлдар йүнәтелер

“Инцидент” системаһы Ҡалмаҡтар ауылында йәшәүселәрҙең зарын иғтибарға алды. Урындағылар ауыл араһындағы юлдарҙың насар булыуы хаҡында “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге популяр төркөмдәрҙең береһендә борсолоуын белдерә.

“Ҡалмаҡтарҙа ике йыл йәшәйбеҙ, ә ошо ваҡыт эсендә ауыл урамдары юлдарын бер техниканың да тигеҙләп йөрөгәне булманы. Салауат ауыл советына ҡараһа ла, ул береһенә лә кәрәкмәй. Ауыл араһында йөрөрлөк түгел, урындағы халыҡтың күпселеге минең менән килешер”, – тигән бер егет. Ә икенсе ауылдашы: “Бигерәк тә Йәшел урамы юлдары хөрт”, – тип өҫтәгән.
Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ: “Быйыл Ҡалмаҡтар ауылының юлдарын йүнәтеү күҙаллана. Йәшел урамына ла ағымдағы ремонт үткәреү ҡаралған. Кәрәкле документтар әҙерләнгән, аҡса бүленгән. Хәҙер эште башҡарыусыны билдәләйбеҙ. Ауыл юлдарын йүнәтеү эштәре июнь урталарына башланыр”, – тип яуап биргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала былтырҙан “Инцидент-менеджмент” программаһы эшләй. Ул халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрен, ялыуҙарын, хәбәрҙәрен эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шуның һөҙөмтәһендә урындағы көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә.
Читайте нас: