Бөтә яңылыҡтар

Үҙең белмәһәң, ирекмәндәр ярҙам итер

Район халҡының күп­селеге за­манса теле­визорға эйә. Әммә аналог сигналын тотоусы иҫке телевизорҙар ҙа бар әле. Район хакимиәтенең биләмәләр һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Гүзәл Сәфиуллина әйтеүенсә, приставкаларҙы көйләгән саҡта ҡайһы бер кешеләрҙең һорауҙары тыуа. Шуға күрә ярҙам итеү өсөн был эшкә ирекмәндәр йәлеп ителә. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Район халҡының күп­селеге за­манса теле­визорға эйә. Әммә аналог сигналын тотоусы иҫке телевизорҙар ҙа бар әле.


Бындай йорттар район буйынса 4 процент иҫәпләнә. Ундай телевизорҙарға һанлы приставка алырға кәрәк буласаҡ. Ә һанлы сигнал тотоу режимына күсерелмәгән яңы телевизорҙарҙы көйләргә генә кәрәк. Район хакимиәтенең биләмәләр һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Гүзәл Сәфиуллина әйтеүенсә, приставкаларҙы көйләгән саҡта ҡайһы бер кешеләрҙең һорауҙары тыуа. Шуға күрә ярҙам итеү өсөн был эшкә ирекмәндәр йәлеп ителә. Бөгөн районда барыһы 26 ирекмән иҫәпләнә, яҡын киләсәктә уларҙың һанын арттырыу күҙаллана. Уларҙың был йүнәлештә белеме булһын өсөн ирекмәндәр махсус курстар ҙа үтәсәк.


Әлегә һанлы телевидениеға тоташыу буйынса бөтә ауыл биләмә­ләрендә аңлатыу эштәре алып барыла. Ошоға бәйле һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль “ҡыҙыу элемтә” телефонына ла шылтыратырға мөмкин: 8-800-220-20-02.


Читайте нас: