Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
26 Апрель 2019, 14:08

Приставка алыусыларға – дәүләт ярҙамы

3 июндән республикала, шул иҫәптән Cалауат райо­нында ла аналог тапшы­рыуҙар тулыһынса туҡтатыла. Граждандарҙың айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә, йәғни халыҡтың һанлы телевидение приёмниктарын һатып алыуға сығымдары ҡаплана һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа спутник антенналары ҡуйыла.

Бөгөн районда аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләрҙән һәм федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарҙан бушлай 20 каналды тотҡан спутник тәрилкәһе ҡуйыу өсөн ғаризалар ҡабул ителгән. 4 майға тиклем районда 84 спутник тәрилкәһе ҡуйыу күҙаллана.

Шулай уҡ “цифрлы” телевидение тотҡан ауылдарҙа йәшәгән һәм ошо ике категорияға ингән граждандарға телевизор приставкаһы һатып алған өсөн 1000 һумға тиклем компенсация алыу мөмкинлеге бар. Бындай ярҙамды алыр өсөн паспорт, СНИЛС, 2019 йылдың 1 февраленән һуң приставка һатып алыуҙы раҫлаған документ (касса йәки тауар чегы һ.б), уның техник паспорты, ғариза яҙыусының банк иҫәбе реквизиттары һәм балалы ғаиләләр ай һайын пособие алыуы тураһында Күп функциялы үҙәктән, пенсио­нерҙарға Пенсия фондынан федераль социаль өҫтәмә алыуы хаҡында белешмә ҡушып, документтарҙы МФЦ-ға тапшырырға кәрәк. Бөгөн районда был компенсацияны алыу өсөн бер ғариза ла тапшырылмаған.

Телевизорҙар өсөн приставкалар почта бүлексәләрендә һатылмаһа ла, район магазиндарында бихисап. Уларҙың хаҡы 500 һумдан алып һәм унан юғары тора. Ҡоролманы һатып алғанда, сигналды көсәйтеүсе приставкаларға өҫтөнлөк бирергә һәм унда DVB-T2 билдәһе булыу мотлаҡ.
Читайте нас: